Тәржемә
Сәләм! Тәржемә барышында стилдәребеҙҙең айырмаһына иғтибар иттем. Уртаҡ фекергә килеп дауам итһәк һәйбәт булыр ине. 1. Ҡылымдарҙы -рға/-ргә йәки -ыу/-еү тип ме? 2. Урыҫ теленән ингән тигән һүҙҙәр инглизсә лә бер уҡ булһа, уларҙы ҡулланырғамы йәки башҡортса һүҙ табырға тырышырғамы?
Сәләм! Ысынлап та, ҡайһы бер тәржемәләр тураһында килешкәндә шәп булыр ине. 1) -рға/-ргә тип тәржемә иткәндә төймәләрҙең тәғәйенләнеше тулыраҡ асыла һымаҡ күренде 2) Ҡайһы бер һүҙҙәр менән ысынлап та ҡыйынлыҡтар тыуа - һәр һүҙҙең тәржемәһе тураһында айырым килшергә кәрәктер ул. Ниндәйҙер һүҙҙәрҙе бөтөнләй тәржемә итеп булмай, ҡайһы берҙәренә үҙебеҙҙең тәржемәбеҙҙе тәҡдим иткәндә шәп булалыр – ни тиһәң дә, техник һүҙҙәр тәржемәһендә беҙ беренселәр булабыҙ бит :)
Версия һүҙе бер нисә урында өлгө тип тәржемә ителгән ине, мин уны шуға күргән урындарҙа өлгө тип төҙәтеп килдем; Файл, директория, папка, журнал тигән һүҙҙәрҙе шул килеш ҡалдырырға тура килә инде; Подстраница тигән һүҙҙе шул килеш ҡалдырғы килмәй, әммә уның урынына ниндәй һүҙ ҡулланырға икәнен дә белеп булмай
1) Риза. 2) Уртаҡ терминдарҙы билдәләү өсөн http://translatewiki.net/wiki/User:Haqmar/Bashkortsa битен ҡулланырға була.
Ғәҙәттә мин http://mfbl.ru/bash/bashlex адресындағы һүҙлекте ҡулланам, мәғәнәһенән шикләнһәм. Тик ҡайһы бер терминдарҙың ул һүҙлектәге тәржемәһенә ышанып булмай. Национализация һүҙен ҡарағандан һуң.