Башҡортса терминдар

Jump to navigation Jump to search

"Дауамы" бүлегенән дауам итегеҙ.

http://translatewiki.net/wiki/User:Haqmar/Bashkortsa адресынан күсерелде: Тәржемәләрҙә ҡулланыласаҡ терминдар тураһында уртаҡ фекергә килеү өсөн:

Тамам (бында күсергәс "Тәржемә ителгән терминдар" бүлегенә өҫтәргә):

  • Администратор/админ - хаким? Haqmar
хаким дөрөҫмө әллә хәкимме? (мин әлегә аҙаҡҡы яҙылышты ғына осраттым) Assele
Тәү башта үҙ сайтымда һәм Википедияла хәким тип ҡуллана инем - дөрөҫ түгел. Хаким тиһәң ҡаты һымаҡ... Haqmar
Идарасы тиергә була, системный администратор өсөн айырым тәржемә кәрәк шикелле.. Assele
Уйлайыҡ әле, администратор тип ҡалдырырға өлгөрөрбөҙ :) Haqmar
administrator - администратор, распорядитель (башлыҡ, (яуаплы) етәксе, ойоштороусы, алып барыусы), руководитель (етәксе, башлыҡ), управляющий (идара итеүсе). Шул тәржемәләр араһында башлыҡ йәки етәксе тура килә, һымак. Улай булһа, системный администратор - система башлығы йәки етәксеһе булырға тейеш, минеңсә Assele
  • Фильтр - сығарылған һөҙөмтәләрҙе сикләү мәғәнәһендә һайлау тигәнмен, ә спам-фильтр һәм башҡа сайтты һаҡлаусылар мәғәнәһендә нимә тиергә икән? Минең тәҡдимдәр: Таҙартыусы, таҙартыусы ҡорал, ҡамау, кәртә Assele
Спам-фильтр - Мин фильтрҙы һөҙгөс тип тәржемә итә торғайным. Ҡайһы бер фильтр тип тә китәм. МФБЯ һүҙлегендә лә һөҙгөс тип тә кителә. Ҡарар бирә алманым. Haqmar
Спам-һөҙгөс булһынмы улайһа? Assele
Уйлайым :) Haqmar
Шул уҡ ҡалһынмы? Haqmar
шул уҡ ҡалыуы миңә оҡшап етмәй, ни тиһәң дә уның башҡортса тәржемәләре бар, мәғәнәһе буйынса яҡынырағын һайлап алырға кәрәктер.. Assele
Риза. Һүҙлектә лә бар. Спам-һөҙгөс булһын. Haqmar
  • Удаленный(remote) сервер/компьютер? Haqmar
мин бер урында ситтәге сервер тип киткән инем Assele
Алыҫтағы сервер? Haqmar
remote һүҙе lingvo буйынса дистанционный, удалённый; дистанционный һүҙен былай алыҫтан тип тәржемә иткәндәр һүҙлектә, тимәк, алыҫтағы тиергә була Assele
Һүҙлектә remote - алыҫ, алыҫтағы тип тәржемә ителгән икән, яңы күрҙем (Инглизсә-башҡортса һүҙлектә). Haqmar
  • Cноска (текста, ингл. reference) — төшөрмә тиелгән һүҙлектә Assele
Риза Haqmar
  • Локальный - урындағы ? Assele
Эйе
  • Глобальный - дөйөм ? Assele
Эйе, һәм глобаль һүҙен дә ҡулланырға була, мәғәнәһенә ҡарап
шул уҡ, лицензиялау, тип ҡалдырылған әлегә. Бик тәржемә итергә теләһәк, төркмән тәржемәһен ҡарарға була, улар ҙа төрлө ерҙә төрлөсә тәржемә иткәндәр, шикелле Assele
Бер урында рөхсәтнамә тип яҙып киткәйнем. Тап килмәйме? Haqmar
рөхсәтнамә тап килә, минеңсә Assele
  • Скачивание - күсереп алыу? Haqmar
мин риза ) Assele
  • Подстраница - эске бит, эс бит, аҫҡы бит? Haqmar
эске бит тура килә һымаҡ Assele
  • Блокировка - ? Haqmar
Бикләү, разблокировканы бикте алыу, бикте асыу тип яҙып килдем — мәғәнәһе буйынса ла, яңғырашы буйынса ла оҡшаштар Assele
  • Предпросмотр - Haqmar
Әле булған ҡарап сығыу, алдан ҡарау, алдан байҡау тәржемәләренән миңә ҡарап сығыу тигәне нығыраҡ оҡшаны, мәғәнәһе буйынса яҡыныаҡ һымаҡ Assele
Әлегә үҙем оҡшатҡан тәкдимдәр юҡ. Татарсаға серһүҙ тип тәржемә ителгән. Паролде код доступа тип аңлағанда серле һүҙ, рөхсәт һүҙе, рөхсәт коды тип яҙганда була (аҙаҡҡы тәҡдимдә код һүҙе булғаны миңә оҡшамай — уға ҡарағанда, пароль тип кенә ҡалдырыу яҡшыраҡ һымаҡ) Assele
Ҡайһы урындарҙа тейәү, ҡайһы берҙәрендә күсереү тип яҙылған, тейәү тип ҡалдырайыҡмы? Assele
  • Автоматический — үҙенән-үҙе, автоматик рәүештә ?Assele
Әллә :) Мин дә аптыраным ул һүҙ менән, ләкин күбеһенсә автоматик рәүештә тинем. Мәғәнәһенә ҡарап ҡулланыр кәрәкHaqmar
Haqmar (talk)09:08, 29 October 2012