Jump to content

Portal talk:Ba/LiquidThreads

From translatewiki.net
This page contains archived discussions using the Liquid Threads extension. You can still participate in existing conversations, but you should start new conversations using the new discussion tools on the main talk page.

Contents

Thread titleRepliesLast modified
Һүҙлек003:45, 17 June 2023
Үҙгәрешһеҙ015:09, 7 April 2016
Тәржемә ителгән терминдар005:35, 28 March 2016
Дауамы303:06, 27 December 2012
Башҡортса терминдар014:58, 25 December 2012

Һүҙлек

скачать -?

скопировать -?

перемещать - ташыу

по умолчанию - алдан көйләнгәнсә

изменения - үҙгәрештәр

правки - төҙәтмәләр

локальный - ерле

недопустимый - тыйылған

ZUFAr03:45, 17 June 2023

Үҙгәрешһеҙ

Edited by 3 users.
Last edit: 15:09, 7 April 2016
  • база
  • Браузер
  • Файл
  • Директория
  • Журнал
  • Категория
  • Комментарий
  • Модуль
  • Оператор
  • Папка
  • Пароль - шартлы һүҙ
  • Пиксель
  • Радиус
  • Символ
  • Сессия
Haqmar (talk)14:59, 25 December 2012

Тәржемә ителгән терминдар

Edited by 2 users.
Last edit: 05:35, 28 March 2016
  • конфликт - бәхәс
  • Настройка - көйләү
  • Перенаправление - йүнәлтеү
  • Шаблон - ҡалып
  • Ссылка - һылтанма
  • База данных - мәғлүмәттәр базаһы
  • Авторизация - танылыу
  • Учетная запись - иҫәп яҙыуы, иҫәп яҙмаһы
  • Подстраница - эске бит
  • Право -хоҡуҡ
  • Блокировка/разблокировка - бикләү/бикте асыу
  • Предварительный просмотр - ҡарап сығыу
  • Загрузка (upload) - тейәү
  • Автоматический - үҙенән-үҙе, автоматик, автоматик рәүештә
  • Экспорт - сығарыу (файлды)
  • Импорт - индереү (файлды)
  • Сеть - селтәр
  • Скачивание - күсереп алыу
  • Сортировка - сорттарға айырыу
  • Справочник - белешмә
  • Статус -абруй, тотҡан урыны
  • Лицензия - рөхсәтнамә
  • Регистр - ҙур/бәләкәй хәреф, (не) чувствительный к регистру - ҙур/бәләкәй хәрефкә һиҙгер (түгел) (фекер алышыуға алынды)
  • Локальный - урындағы
  • Глобальный - дөйөм, глобаль
  • Cноска (ингл. reference) — төшөрмә
  • Удаленный(remote) сервер/компьютер - Алыҫтағы сервер/компьютер
  • Расширение (extension) - киңәйеү (фекер алышыуға алынды)
  • Фильтр - һөҙгөс
  • Доступ - ирешеү (фекер алышыуға алынды)
  • Пространство - арауыҡ
Haqmar (talk)14:59, 25 December 2012

Дауамы

Фекер алышыу:

  • Доступ - ирешеү Haqmar
  • Идентификатор (ID)? Assele
ID - идентификатор, имя (исем), идентификация (тиңләштереү), отождествление (тиңләштереү), определение (билдәләү, билдәләмә), распознавание (белеү, таныу, асыҡлау, айырыу, билдәләү), обозначение(билдә, тамға). Билдә, тигәндә нисек була? кәрәк сағында Билдә (ID) тип яҙып китергә мөмкин, йә шул килеш ҡалдырырғамы? Assele
  • Строка, строковое выражение - строка тигән һүҙҙе һүҙ юл тип ҡалдырҙым, строковое выражение - хәрефле аңлатма ? Assele
  • Экспорт - шул уҡ? Haqmar
Инглиз теленән экспорт, вывоз тип тәржемә ителә, шул килеш ҡалдырғанда ла була, мин сығарыу тип яҙып килдем... Assele
  • Импорт - шул уҡ? Haqmar
Инглиз теленән импорт, ввоз тип тәржемә ителә, тәржемәләрҙә индереү, тейәү тип тә тәржемә ителгән шикелле. Мин ҡайһы берҙә индереү тип яҙғанмын, ҡайҙа тейәү тигәнмен, ҡайҙа импорт тип тә ҡалдырғанмын шикелле... Assele
Бында күбеһенсә файл тураһында һүҙ бара бит. (Файл) индереү йәки алыу?Haqmar
Индереү тап килә һымаҡ Assele
  • Верхний/нижний регистр?Haqmar
Бында тағы учитывать регистр, чувствительный к регистру, не чувствительный к регистру тигән һүҙбәйләнештәрҙе лә тәржемә итергә кәрәк. Мин бер урында регистрға һиҙгер тип яҙғанмын, бында ҙур хәрефтәр менән бәләкәй хәрефтәр айырыла тип яҙғанмын. Бында регистр һүҙенән ҡотолоп, үҙебеҙҙең тәржемәбеҙҙе тәҡдим итергәме, йә шул килеш ҡалдырырғамы икәнен һайларға кәрәк. Шуға ҡарап ике төрлө тәржемә булыуы мөмкин:

- верхний регистр - өҫкө регистр, ҙур зәрефтәр, баш хәрефтәр - нижний регистр - аҫҡы регистр, бәләкәй хәрефтәр, юл хәрефтәре - учитывать регистр - регистрҙы иҫәпкә алырға, ҙур һәм бәләкәй хәрефтәрҙең (баш һәм юл хәрефтәренең) айырмаһын иҫәпкә алырға - (не) чувствительный к регистру - регистрға һиҙгер (түгел), ҙур һәм бәләкәй хәрефтәр(баш һәм юл хәрефтәре) айырыла (айырылмай) Assele

Ҙур/бәләкәй хәреф тиергә була. Ҙур/бәләкәй хәрефкә һиҙгер. Төрөксә Büyük/Küçük Harf Duyarlı тип ҡулланыла. Шуға оҡшатып ҡулланғанда? Haqmar
  • Расширение (extension)? Haqmar
мин киңәйтеү тип яҙҙым Assele
Киңәйеү? Сөнки .doc, .xls, .php һ.б. файлды бер нимә эшләтеүсе түгел, ә файл уларға эйә. Яраймы?Haqmar
булһын, мин риза. Ә расширение (расширение программы, расширение MediaWiki) нисек яҙырға икән? шулай уҡ киңәйеүме, әллә киңәйтеү дөрөҫөрәкме икән? Assele
Инглизсә-башҡортса һүҙлектә киңәйеү тиелгән.Haqmar
  • Закладка (в смысле добавления страницы в закладки браузера) - һайланғандар исемлеге тип атаным (Explorer-ҙа һәр хәлдә Закладки Избранные тип атала шикелле) Assele
  • Тэг, метка - тэг, билдә? (разметка - билдәләү ?)Assele
йә иһә тамға (тамғалау) Assele
  • Родительский (категория, узел һәм башҡалар) - инә тип торҙом әлегә (инә категория, мәҫәлән)Assele
Мин "төп" тием. Нисек?Haqmar
була, тик мәғәнәһе буйынса тап килеп етмәй кеүек. Шунан, әгәр родительский элемент менән бер рәттән основной элемент тигән һүҙбәйләнеш килеп сыҡһа, буталыш булыуы мөмкин. Assele
Һәм тағы бер нисә тәҡдим: parent - источник, исходный, материнский, основа, предок, причина, родитель, родительский. Шул һүҙҙәрҙең тәржемәһе араһында мәғәнәһе буйынса яҡынырағы минеңсә сығанаҡ, тәүге, башланғыс, әсә, ата Assele
  • Буфер обмена - Ваҡытлы һаҡлағыс тип торҙом Assele
  • Thumbnail (миниатюра) - шартлы рәсем тип килдем Assele
Бәләкәй рәсем тип ҡулланғаным бар рәсем өсөн (Лингвола: thumbnail - свёрнутое (в пиктограмму) изображение (обеспечивающее доступ к полному изображению)). thumbnail - набросок (макет страницы в уменьшенном масштабе) булһа нимә тиергә? Haqmar
шулай уҡ бәләкәй рәсем тиһәк? (биттең бәләкәй рәсеме, мәҫәлән) Assele
  • Гаджет - (gadget - приспособление, техническая новинка, полезная мелочь) - ҡулайлама нисек була? Шул килеш ҡалдырғанда ла була... мин тәржемә итеү яғындамын.. Assele
Ҡулайлама мы яйланма мы? :) Haqmar
яйланма тиергә лә мөмкин :) Assele
  • player (проигрыватель, плеер) - әлеге ваҡытта матбуғатта ла плеер килеш ҡалдыралар шикелле, бәлки, беҙ уйнатыусы тиербеҙ? Assele
  • версия, ревизия — минең бер тәҡдимем бар: хәҙер ул ҡайһы бер урында версия йә ревизия тип ҡалдырылған, ҡайһы бер урында өлгө тиелгән. Өлгө тап килеп етмәй, урыҫса килеш ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгел һымаҡ - төҙәтмә тиһәк нисек булыр икән ? (ревизия - исправление, переработка - төҙәтмә)? Assele

Тамам (бында күсергәс "Тәржемә ителгән терминдар" бүлегенә өҫтәргә):

Haqmar (talk)20:21, 17 November 2012

Тупик - тоҡон

Sagan (talk)16:06, 25 December 2012

откат - кире ҡайтарыу

война правок - төҙәтеү көрәше

Reset - ?

тег (tag) - тамға

сообщество - берекмә

Sagan (talk)16:07, 25 December 2012
 

Башвикила "көрсөк" тип ҡулланыла. Мәҫәлән "көрсөк биттәр"

Haqmar (talk)08:37, 26 December 2012
 
 

Башҡортса терминдар

"Дауамы" бүлегенән дауам итегеҙ.

http://translatewiki.net/wiki/User:Haqmar/Bashkortsa адресынан күсерелде: Тәржемәләрҙә ҡулланыласаҡ терминдар тураһында уртаҡ фекергә килеү өсөн:

Тамам (бында күсергәс "Тәржемә ителгән терминдар" бүлегенә өҫтәргә):

  • Администратор/админ - хаким? Haqmar
хаким дөрөҫмө әллә хәкимме? (мин әлегә аҙаҡҡы яҙылышты ғына осраттым) Assele
Тәү башта үҙ сайтымда һәм Википедияла хәким тип ҡуллана инем - дөрөҫ түгел. Хаким тиһәң ҡаты һымаҡ... Haqmar
Идарасы тиергә була, системный администратор өсөн айырым тәржемә кәрәк шикелле.. Assele
Уйлайыҡ әле, администратор тип ҡалдырырға өлгөрөрбөҙ :) Haqmar
administrator - администратор, распорядитель (башлыҡ, (яуаплы) етәксе, ойоштороусы, алып барыусы), руководитель (етәксе, башлыҡ), управляющий (идара итеүсе). Шул тәржемәләр араһында башлыҡ йәки етәксе тура килә, һымак. Улай булһа, системный администратор - система башлығы йәки етәксеһе булырға тейеш, минеңсә Assele
  • Фильтр - сығарылған һөҙөмтәләрҙе сикләү мәғәнәһендә һайлау тигәнмен, ә спам-фильтр һәм башҡа сайтты һаҡлаусылар мәғәнәһендә нимә тиергә икән? Минең тәҡдимдәр: Таҙартыусы, таҙартыусы ҡорал, ҡамау, кәртә Assele
Спам-фильтр - Мин фильтрҙы һөҙгөс тип тәржемә итә торғайным. Ҡайһы бер фильтр тип тә китәм. МФБЯ һүҙлегендә лә һөҙгөс тип тә кителә. Ҡарар бирә алманым. Haqmar
Спам-һөҙгөс булһынмы улайһа? Assele
Уйлайым :) Haqmar
Шул уҡ ҡалһынмы? Haqmar
шул уҡ ҡалыуы миңә оҡшап етмәй, ни тиһәң дә уның башҡортса тәржемәләре бар, мәғәнәһе буйынса яҡынырағын һайлап алырға кәрәктер.. Assele
Риза. Һүҙлектә лә бар. Спам-һөҙгөс булһын. Haqmar
  • Удаленный(remote) сервер/компьютер? Haqmar
мин бер урында ситтәге сервер тип киткән инем Assele
Алыҫтағы сервер? Haqmar
remote һүҙе lingvo буйынса дистанционный, удалённый; дистанционный һүҙен былай алыҫтан тип тәржемә иткәндәр һүҙлектә, тимәк, алыҫтағы тиергә була Assele
Һүҙлектә remote - алыҫ, алыҫтағы тип тәржемә ителгән икән, яңы күрҙем (Инглизсә-башҡортса һүҙлектә). Haqmar
  • Cноска (текста, ингл. reference) — төшөрмә тиелгән һүҙлектә Assele
Риза Haqmar
  • Локальный - урындағы ? Assele
Эйе
  • Глобальный - дөйөм ? Assele
Эйе, һәм глобаль һүҙен дә ҡулланырға була, мәғәнәһенә ҡарап
шул уҡ, лицензиялау, тип ҡалдырылған әлегә. Бик тәржемә итергә теләһәк, төркмән тәржемәһен ҡарарға була, улар ҙа төрлө ерҙә төрлөсә тәржемә иткәндәр, шикелле Assele
Бер урында рөхсәтнамә тип яҙып киткәйнем. Тап килмәйме? Haqmar
рөхсәтнамә тап килә, минеңсә Assele
  • Скачивание - күсереп алыу? Haqmar
мин риза ) Assele
  • Подстраница - эске бит, эс бит, аҫҡы бит? Haqmar
эске бит тура килә һымаҡ Assele
  • Блокировка - ? Haqmar
Бикләү, разблокировканы бикте алыу, бикте асыу тип яҙып килдем — мәғәнәһе буйынса ла, яңғырашы буйынса ла оҡшаштар Assele
  • Предпросмотр - Haqmar
Әле булған ҡарап сығыу, алдан ҡарау, алдан байҡау тәржемәләренән миңә ҡарап сығыу тигәне нығыраҡ оҡшаны, мәғәнәһе буйынса яҡыныаҡ һымаҡ Assele
Әлегә үҙем оҡшатҡан тәкдимдәр юҡ. Татарсаға серһүҙ тип тәржемә ителгән. Паролде код доступа тип аңлағанда серле һүҙ, рөхсәт һүҙе, рөхсәт коды тип яҙганда була (аҙаҡҡы тәҡдимдә код һүҙе булғаны миңә оҡшамай — уға ҡарағанда, пароль тип кенә ҡалдырыу яҡшыраҡ һымаҡ) Assele
Ҡайһы урындарҙа тейәү, ҡайһы берҙәрендә күсереү тип яҙылған, тейәү тип ҡалдырайыҡмы? Assele
  • Автоматический — үҙенән-үҙе, автоматик рәүештә ?Assele
Әллә :) Мин дә аптыраным ул һүҙ менән, ләкин күбеһенсә автоматик рәүештә тинем. Мәғәнәһенә ҡарап ҡулланыр кәрәкHaqmar
Haqmar (talk)09:08, 29 October 2012