Translating:Яңы проект

From translatewiki.net
Jump to navigation Jump to search
This page is a translated version of the page Translating:New project and the translation is 100% complete.

Translatewiki.net үҫергә теләй

Беҙ яңы проекттар эҙләйбеҙ!Translatewiki.net сайтына һеҙҙең проектты нисек өҫтәп була икәне тураһында беҙҙең менән мөрәжәғәткә керегеҙ. Беҙ ирекле тәржемәселәребеҙҙең эшен юғары баһалайбыҙ. Тимәк, беҙ актив үҫештә йәки киләсәктә үҫәсәк лайыҡлы проекттар эҙләйбеҙ. Беҙ шулай уҡ тәржемәселәр һәм уйлап табыусылар араһында аралашыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Түбәндә беҙ яңы проектта күрергә теләгәндәрҙең ҡыҫҡаса исемлеге, шулай уҡ проект хупланғандан һуң көйләнергә тейеш ҡайһы бер процесстары.

Беҙ талап итәбеҙ...

Асыҡлыҡ
Асыҡлыҡ Беҙ ирекле лицензиялы һәм асыҡтан-асыҡ сығанаҡ проекттарын ҡабул итәбеҙ. Беҙ кемгә ярҙам итәсәгебеҙҙе һайлап алабыҙ. Проект башта MediaWiki һәм Викимедиа тәржемә итеү өсөн яһалғанлыҡтан, был беҙҙең өсөн бик мөһим булып ҡала. Әгәр ҙә һеҙҙең ҡушымта ирекле программа тәьминәте булмаһа, ләкин һеҙ был программаны ҡулланырға теләйһегеҙ икән, мөрәжәғәт итегеҙ документацияларға.
Актив үҫеш
Актив үҫеш Яңы проект контроль версия менән идара итеү системаларын актив үҫтерергә һәм ҡулланырға тейеш. Беҙ инде CVS, Subversion һәм Git системалары менән таныш. Проекттың ваҡытлыса матбуғат релизы йәки тәржемәләрҙе яңыртыуҙың башҡа ысулы булырға тейеш. Тәржемә әҙер булғандан алып ҡулланылған мәлгә тиклем (TIU) ваҡыт аралығы минимумға тиклем һаҡланырға тейеш. Был процесты тиҙләтеүҙең бер нисә ысулы бар, улар тураһында аралашырға мөмкин.
Интеграция
Интеграция Һеҙҙең проект контенты тәржемә ителгәс, translatewiki.net хеҙмәткәре тәржемә яңыртыуҙарын һеҙҙең проектҡа интеграциялай. Бының өсөн тел өҫтәү процедураһы кәрәк. Translatewiki.net һеҙҙең проектҡа үҙгәрештәр индереү өсөн рөхсәт алырға кәрәк (мәҫәлән, push йәки pull һорауҙары ярҙамы менән туранан-тура фиксациялау өсөн), йәки һиҙеләсәк һәм ҡушылған филиалға инеү мөмкинлегенә. Был тәржемәселәрҙең эштәренең даими интеграциялауын тәьмин итә.

Беҙгә оҡшай...

i18n ярҙам
i18n ярҙам Бары тик UTF-8 символдар йыйылмаһы ғына туплана. i18n сиктәрендә локалләштереү өсөн үҙгәреш формаларына, күп һанлы формаларына һәм уңдан һулға яҙыу йүнәлештәренә. Хәбәрҙәр аныҡ бер ҡулланыусы йәки башҡа кешеләр исеменән килтерелгәндә, шулай уҡ килеш үҙгәрештәрҙе һәм гендер формаларын иҫәпкә алыу кәрәк булыр.
Коммуникация
Коммуникация Проектты эшләүселәргә translatewiki.net тәржемә процессында актив ҡатнашырға тейеш: һорауҙарға яуап биреү, буласаҡ релиздар тураһында иҫкәртеү, проектты эшләүселәр төркөмө менән үҙ эштәрҙе координацияларға. Беҙҙең локализацияға ҡарашыбыҙ уйлап табыусылар һәм тәржемәселәр төркөмө араһында иркен тормошҡа ашырыла. Бындай бәйләнештәр проекты бында бик мөһим роль уйнай.
Мәғлүмәттәр форматы ярҙамы
Мәғлүмәттәр форматы ярҙамы Translatewiki.net системаһы тәржемә файлдарына нигеҙләнеп. JSON форматында файлдар форматын файҙаланыу, Ruby стилендә Java йәки YAML үҙенсәлектәренә ҡарата. Башҡа саралар Gettext, Android һәм iOS секторҙарын үҙ эсенә ала. Икенсе форматты планлаштырһағыҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ; Беҙҙең тәжрибәбеҙ буйынса, файлдар форматына ярҙам итеү PHP яҡшы белгән осраҡта, сағыштырмаса еңел.

Әле ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? Яҡшы. Һеҙ беҙҙең менән бәйләнешкә инә алаһығыҙ,

Башта тағын берәй нәмә өйрәнергә теләһәгеҙ, уйлап табыусылар өсөн локализация битен ҡарағыҙ.